Төбәк башлыҡтарының вәкәләттәре киңәйәсәк19.07.2012
Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советының ил Президенты Владимир Путин үткәргән киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты. Унда төбәктәр власының тотороҡло иҡтисади үҫеште тәьмин итеү һәм халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү буйынса бурыстары тикшерелде.

Рәсәй Президенты Владимир Путин губернаторҙарға үҙ бурыстарын үтәй алмаған территориаль власть органдары етәкселәрен дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырыу мөмкинлеген бирергә тәҡдим итте.
— Халыҡтың күпселеге власть кимәле менән ҡыҙыҡһынмай. Улар өсөн төбәктәге төп кеше — губернатор. Бөтә дәғүәләр ҙә, шул иҫәптән территориаль органдарҙың эшенә ҡағылғандары ла, уға белдерелә, — тине Владимир Путин.
Бынан тыш, дәүләт башлығы төбәктәр менән берлектә килем сығанаҡтарына бәйле вәкәләттәрҙе айырыу буйынса эште аҙағына еткерергә ҡушты.
— Федерация субъекттарында ла, муниципалитеттарҙа ла бюджетты тулыландырыуға бәйле ҡыйынлыҡтарҙың байтаҡ булыуын беләм. Федераль власть төбәктәргә ярҙам итергә тейеш. Иң элек һәр власть кимәленә тотороҡло килем сығанаҡтарын, шул иҫәптән федераль кимәлдә билдәләнгән һалым льготаларын юҡҡа сығарыу иҫәбенә алынған килемдәрҙе нығытыу мәсьәләләрендә асыҡлыҡ булһын өсөн яҡын арала вәкәләттәрҙе айырыу буйынса эште тамамлау зарур, — тине Владимир Путин.
— Минеңсә, төбәк башлыҡтары федераль башҡарма властың территориаль органдары эшенә контроллек итергә тейеш. Уның формаһы Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән билдәләнәсәк. Бындай эш әүәлерәк тә алып барылды, ләкин хәҙер ошо структураларға баһа биреү һәм уларҙа тәртип булдырыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк, — тип аңлатма бирҙе Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының башланғысына ҡарата.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.


Вернуться назад