Ҡытайҙы ла күрербеҙ17.07.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Һамарҙа Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич рәйеслегендә үткән транспорт комплексын үҫтереү буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты. Унда шулай уҡ Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов, Волга буйындағы төбәк башлыҡтары, граждандар авиацияһы өлкәһендәге эксперттар һәм белгестәр килгәйне.

Максим Соколов билдәләүенсә, федераль округтағы эске тулайым продукттың 7 проценты транспорт тармағына тура килә. Был өлкәлә 600 мең предприятие иҫәпләнә, уларҙа 3,3 миллион кеше эшләй.
Инфраструктураның һәм күсмә составтың иҫкереүе, тармаҡта оҙайлы инвестициялар күләменең аҙ булыуы уның үҫешен тотҡарлаған төп ҡаршылыҡтар иҫәбенә инә. Кәңәшмәлә округта төбәк авиацияһын үҫтереү проекты ла тәҡдим ителде. Бынан тыш, “Европа — Көнбайыш Ҡытай” халыҡ-ара магистрален һалыу мөмкинлеге тикшерелде. Уның бер өлөшө Башҡортостан биләмәһенән (Баулы — Күмертау участкаһы) үтәсәк. Планға ярашлы беренсе категориялы магистраль 2020 йылға файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.
С. ИҪӘНҒОЛОВА.


Вернуться назад