Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 13 июлдә Һамарҙа дини экстремизмға ҡаршы эш итеү мәсьәләләре буйынса округ кәңәшмәһендә ҡатнашты.
Унда Волга буйы федераль округы төбәктәрендә дини экстремизм күренештәренең сәбәптәре һәм уларҙы еңеп сығыу юлдары тикшерелде. Атап әйткәндә, округта руханиҙар әҙерләү буйынса уҡыу-уҡытыу үҙәктәре асыу зарурлығы, бынан тыш, сит илдәрҙән таратылған ят идеологияға ҡаршы тороу өсөн йәштәрҙе Исламдың классик ҡанундарын өйрәнеүгә йәлеп итеү мөһимлеге билдәләнде.
Волга буйы федераль округы төбәктәрендә Рәсәйҙәге бөтә мосолмандарҙың 40 проценты самаһы йәшәй. Округтағы экстремизм кимәлен бөтә ил буйынса алынған статистика юҫығында әллә ни айырып күрһәтерлек түгел, шулай ҙа төбәктәрҙә уның ҡайһы бер осраҡтары бар.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.