Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙәге Европа бизнесы ассоциацияһының генераль директоры Франк Шауф менән эш осрашыуы үткәрҙе. Республика башлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанға инвестиция һәм ассоциация ағзалары булған ҙур Европа компанияларын йәлеп итеү мәсьәләләре тикшерелде. Шулай уҡ инвестиция һалыуҙың ышаныслылығын һәм асыҡлығын тәьмин итеүҙә практик ярҙам күрһәтеү хаҡында һүҙ барҙы.
Рөстәм Хәмитов Франк Шауфты республика менән таныштырҙы, Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһында иң ҙур төбәктәрҙең береһе булыуын, халыҡ һаны яғынан илдә етенсе урында барыуын, сәнәғәт етештереүе күләме һәм байтаҡ күрһәткестәр буйынса алдынғылар иҫәбенә йәиһә тәүге тиҫтәгә инеүен билдәләне.
— Әле генә ауыл хужалығы баҫыуҙарынан ҡайттым. Беҙ ураҡҡа төштөк. Әйтергә кәрәк, ауыл хужалығы буйынса ла беҙ Рәсәй Федерацияһындағы иң ҙур төбәктәрҙең тәүге бишәүһе иҫәбенә инәбеҙ, — тине республика башлығы. — Башҡортостанда ҙур үҫеш ҡеүәте тупланған. Республикабыҙға инвесторҙар әүҙем килһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ. Бәйләнештәребеҙ, республикала эшҡыуарлыҡтың уңышлы үҫеш миҫалдары байтаҡ. Эште асыҡтан-асыҡ, ғәҙел алып барыу яҡлыбыҙ. Административ ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөргә тырышабыҙ.
Президент әйтеүенсә, республика власы төбәккә килгән инвесторҙарҙың тормошон еңеләйтә, шул уҡ ваҡытта инфраструктураны үҙ өҫтөнә ала, заманса индустриаль парктар, бизнес, IТ-парктар ойоштора.
— Беҙгә IТ-тармаҡ мотлаҡ кәрәк. Ошо йүнәлештә әүҙем эшләйбеҙ. Республика яңырыу юлына баҫты һәм беҙ ысынлап та алға барабыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Инвестиция проекттары ярайһы уҡ күп. Европанан килгән коллегаларыбыҙ һаны арта. Һуңғы йылда аҙна һайын тиерлек Европа илдәре илселәре килә. Улар менән әүҙем бәйләнештәр булдырабыҙ. Франция илсеһе, Германия Консуллығы менән мөнәсәбәттәр яҡшы. Тиҙҙән Австрия илсеһе килеүен көтәбеҙ. Башҡортостанда яңырыу эше башланыуы хаҡында барыһына ла мәғлүм. Бизнесҡа беҙгә килергә кәрәк. Ошо хәлде әле күҙәтәбеҙ ҙә.
Төбәк башлығы Рәсәйҙәге Европа бизнесы ассоциацияһы менән эштә үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөү теләген белдерҙе.
— Беҙ Европа бизнесы ассоциацияһы менән килешеү төҙөргә, тәҡдимдәрегеҙҙе тыңларға әҙербеҙ. Бәлки, беҙҙә ошо ассоциацияның вәкиллеген, офисын асырға кәрәктер. Сығымдарҙы һәм ойоштороуҙы үҙ иңебеҙгә алырға әҙербеҙ, — тине Башҡортостан Президенты. — Бындай мөнәсәбәттәр үҫергә тейеш.
Франк Шауф, үҙ сиратында, ассоциацияның республика менән хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуын белдерҙе.
Л. ФӘРИТОВА.