Яңы урынбаҫар һайланды13.07.2012
Яңы урынбаҫар һайландыБашҡортостандың дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары үҙҙәренең илле дүртенсе ултырышы менән яҙғы эшен тамамланы. Көн тәртибендә утыҙҙан ашыу мәсьәлә торһа ла, сара оҙаҡҡа һуҙылманы, сөнки уларҙың яртыһынан күбеһе вазифаларға тәғәйенләү тураһында булды. Республиканың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе урынбаҫары, аудиторҙар, бер нисә ҡала һәм райондың мировой судьяларын тәғәйенләү буйынса тауыш бирҙе депутаттар.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫарын һайлау мәсьәләһенә ентекләберәк туҡталайыҡ. Башҡортостан парламентарийҙары КПРФ төркөмө етәксеһе Вадим Старовты төп эшенән айырмайынса Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары вазифаһына һайланы. Ул кандидатураһын хуплағандары өсөн депутаттарға рәхмәт белдерҙе:
– Йыш ҡына беҙҙең ҡараштар тап килмәүгә ҡарамаҫтан, маҡсатыбыҙ власть өсөн көрәш түгел, ә иң тәүҙә республика граждандарының хоҡуғын һәм иркен яҡлау.
Депутат шулай уҡ парламентта барлыҡ сәйәси төркөмдәрҙең вәкиле биләйәсәк Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары вазифаһын индереүҙе тәҡдим иткән Башҡортостан Президентына ла, коммунистарға тауыш биргән халыҡҡа ла рәхмәт белдерҙе.
Өсөнсө урынбаҫарға эш хаҡы түләнмәй, әммә ул парламент рәйесенең башҡа урынбаҫарҙары кеүек үк вәкәләттәргә эйә буласаҡ.
Ултырышта шулай уҡ Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Илдар Әминевтең 2011 йылда республиканың дәүләт милкен хосусилаштырыу тураһында отчеты тыңланды. Теге йәки был мәсьәләлә урындағы үҙидара органдарына айырым вәкәләттәр биреү, тәбиғи ҡаҙылмаларҙы файҙаланыу, мәғариф, мәҙәниәт, фән һәм фәнни-техник эшмәкәрлек, административ хоҡуҡ боҙоуҙар, һалымдар, бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары, күп балалы ғаиләләрҙе социаль яҡлау тураһындағы Башҡортостан закондарына үҙгәрештәр индереү тураһында закондар проекты өсөнсө уҡыуҙа, мәрхәмәтлек эшенә дәүләт ярҙамы тураһындағы республика закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде.
Ултырыштан һуң Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Һорау–яуап рәүешендә барған аралашыуҙа һүҙ яңы рәйес урынбаҫары вазифаһын булдырыу, алдағы һайлауҙар, республика депутаттарының Дәүләт Думаһына тәҡдимдәре хаҡында барҙы.
– “Берҙәм Рәсәй”ҙән тыш башҡа сәйәси партия вәкилдәрен дә парламент рәйесе урынбаҫары итеп һайлау өлгөрөп еткән мәсьәлә ине, – тине “Башҡортостан” гәзитенә Вадим Старов. – Юғары органға беҙ дан өсөн түгел, эшләр өсөн, граждандарҙың хоҡуғын һәм иркен яҡлар өсөн һайланғанбыҙ.

Белешмә:
Старов Вадим Николаевич. Коммунистарҙың төбәк бүлексәһенән һайланған Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты.
1979 йылда Өфө ҡалаһында тыуған, милләте – урыҫ.
Юғары белемле. 2001 йылдан республика адвокаттар коллегияһында адвокат ярҙамсыһы булып эшләй.
Фаил Ҡылысбаев


Вернуться назад