Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир МАНСУРОВ яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.
Көмөшкәселәргә лә закон бар— Ни өсөн көмөшкә ҡыуыусылар өсөн бер закон да юҡ?
Көпә-көндөҙ ағыу һатып яталар, ә хоҡуҡ һаҡлау органдары иғтибар ҙа итмәй.
Хәлиҙә, Ишембай районы.
— Рәсәй ҡануниәте көмөшкә ҡыуыуҙы тыймай, ул шәхси ҡулланыу өсөн генә эшләнергә тейеш. Әммә уны һатырға ярамай. Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 171-се статьяһына ярашлы, көмөшкә ҡыуыусыларҙы яуаплылыҡҡа тарттырырға мөмкин. Был 300 мең һумға тиклем штраф йәки ике йылға иркенән мәхрүм итеү менән янай. Көмөшкәне йәки башҡа алкоголле эсемлекте һатыу өсөн лицензия кәрәк, ә ул юридик шәхестәргә генә бирелә. Улар өсөн дә махсус талаптар бар: 500 мең һумлыҡ башланғыс капитал һәм законлы нигеҙҙә сауҙа майҙаны булырға тейеш. Шулай итеп, көмөшкә һатыусылар Енәйәт кодексын боҙа. Ошо уҡ Кодекстың 151.1-се статьяһына ярашлы, алкоголле эсемлектәрҙе бәлиғ булмағандарға һатҡан өсөн дә яуаплылыҡ ҡаралған.
“Алкоголле тауар әйләнешен дәүләт көйләүе тураһында”ғы закондың 25-се статьяһының 1-се пунктына ярашлы, дәүләт стандартына һәм техник талаптарға яуап бирмәгән алкоголле тауар законһыҙ әйләнештә тип иҫәпләнә һәм уны конфискациялау талап ителә. “Халыҡтың санитар-эпидемиологик именлеге тураһында”ғы Федераль закондың 15-се статьяһының 6-сы пунктына ярашлы, кеше һаулығы өсөн хәүеф тыуҙырған аҙыҡ-түлек йәки эсемлек әйләнештән алынырға тейеш. Шуға ла ҡыйыу рәүештә эске эштәр органдарына ҡайҙа һәм кемдең көмөшкә һатыуы тураһында хәбәр итегеҙ. Улар мотлаҡ сара күрергә тейеш.
Сикләргә тейеш түгелдәр— Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәрҙең балаларына ниндәйҙер льготалар барлығын беләм. Атайым 1942 йылдың 8 майында башын һалған. Был мәсьәлә буйынса хәрби комиссариатҡа барғайным, унда 1942 йылға тиклем һәләк булғандарҙың балаларына льгота ҡаралмаған, тип яуап бирҙеләр. Улар хаҡлымы?
Динар, Тәтешле районы.
— “Ветерандар тураһында”ғы Федераль законда “һуғыш балалары” йәки “һуғыш етемдәре” тигән төшөнсәләр юҡ. Әммә ошо уҡ Закондың 21-се статьяһында һуғышта һәләк булғандарҙың ғаиләһенә социаль ярҙам саралары ҡаралған.
Республиканың һәр бер районында социаль яҡлау органдары һәм Пенсия фонды бүлексәләре бар. Һеҙгә шунда мөрәжәғәт итергә кәрәк. Был мәсьәлә менән хәрби комиссариат шөғөлләнмәй.