Әле Дәүләт Думаһы Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына (артабан — БДСО) инеүе тураһындағы протоколды ратификациялауҙы тикшерә. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев аңлатыуынса, был мәсьәләне ыңғай хәл итеү Рәсәйгә байтаҡ өҫтөнлөк, шул иҫәптән халыҡ-ара хоҡуҡи яҡлау сараларынан файҙаланыу мөмкинлеге бирәсәк.
— Донъяла 190-дан ашыу бойондороҡһоҙ дәүләт бар, шуларҙың 155-е Бөтә донъя сауҙа ойошмаһында ҡатнаша, — тине Константин Толкачев. — 1995 йылда асылған ошо ойошманан әлегә тиклем берәү ҙә сыҡмаған. Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлектә беҙ ВТО шарттарын үтәргә мәжбүрбеҙ, әммә әлегә тиклем ул үҙенең ҡатнашыусыларына биргән хоҡуҡтарға һәм мөмкинлектәргә эйә булманыҡ. Хәҙер бындай сикләүҙәр юҡҡа сығасаҡ, тауарҙарыбыҙ өсөн күп кенә ишектәр асыласаҡ.
Республика парламенты етәксеһенең фекеренсә, Рәсәй компанияларына конкуренция тулҡынын үтергә тура киләсәк. Һөҙөмтәһеҙ эшләгән предприятиелар өсөн уның хәүефле булыуы ихтимал.
— Рәсәй был ойошмаға инеү шарттарын ярайһы уҡ йомшартыуға өлгәште. Предприятиеларыбыҙҙың яңы шарттарҙа эшләүгә яраҡлашыу өсөн ваҡыты бар,— тине Дәүләт Йыйылышы Рәйесе. — Рәсәйҙең ошо ойошмалағы ағзалығына ҡаршы булғандар иҡтисадыбыҙҙы халыҡ-ара баҙарҙан айырырға теләй. Ахыр сиктә был көрсөккә алып барасаҡ.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.