Инвесторҙар мәнфәғәтендә12.07.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Башҡортостан Республикаһының һалымдар тураһындағы айырым закон акттарына капитал һалыуҙар рәүешендәге инвестиция эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуға ҡағылған үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына ҡул ҡуйҙы. Ул инвесторҙарға һалым баҫымын кәметеүгә йүнәлтелгән.

Яңы Закон ойошмалар табышына һалымдың түбәнәйтелгән ставкаһын билдәләү ваҡытын арттыра һәм капитал һалыу күләменә ҡарап инвесторҙарҙы һалым түләүҙән азат итеүҙе күҙ уңында тота. Әгәр инвестор 2 миллиардтан алып 5 миллиард һумға тиклем капитал һала икән, һалым льготаһы ваҡыты биш йыл тәшкил итә, 5 миллиард һумдан ашыу һалһа — ун йыл.
Шул уҡ ваҡытта түбәнәйтелгән һалым ставкаһы һәм һалым льготаһы Башҡортостанда иҫәптә торған һәм республика Хөкүмәте менән өҫтөнлөклө инвестиция проектын төҙөгән, әүәлерәк файҙаланыуҙа булмаған етештереү тәғәйенләнешендәге объекттарға, яңы төҙөлөшкә капитал һалған инвесторҙар өсөн билдәләнә.
Яңы Закон Башҡортостан Хөкүмәте менән быйыл 1 ғинуарҙан төҙөлгән хоҡуҡи мөнәсәбәттәргә ҡағыла.
Республикала инвесторҙарға ярҙам күрһәтеү төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов әүәлерәк ҡул ҡуйған ҡайһы бер башҡа закондарҙа ла нығытыла. 1 ғинуарҙан инвесторҙарға капитал һалыу күләменә ҡарап бер йылдан биш йылға тиклем табышҡа һалымдың 13,5 проценты күләмендәге түбәнәйтелгән ставка билдәләнә (төп ставка — 18 %). Ошо уҡ ваҡытта улар мөлкәткә һалым түләүҙән азат ителә ала.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад