«Каменев уҡыуҙары»нда Радий Хәбиров хәрби табиптарға рәхмәт белдерҙе27.11.2026

Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә халыҡ-ара ҡатнашлығында «Каменев уҡыуҙары — яңы заманда хәүефһеҙ хирургия һәм реабилитация» республика ғилми-ғәмәли конференцияһы бара.

Фото: Азат Ғиззәтуллин | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Конференция Башҡортостандың махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған торакаль хирургы Михаил Каменев иҫтәлегенә арналған.

«Бөгөнгө конференция — геройҙарыбыҙға хөрмәт биләһе. Ошо үтә ауыр эштә ҡатнашҡан табиптарға ысын күңелдән рәхмәт белдерәм. Рәсәй табибының иң яҡшы сифаттарын күрһәткәнегеҙ өсөн рәхмәт.
Ысынында беҙҙә геройҙар бик күп. Һеҙ яраланған яуҙашын кәүҙәһе менән ҡаплаған, аяғын юғалтҡан яҡташыбыҙ Азамат Муллашевты беләһегеҙ һәм хәтерләйһегеҙҙер, моғайын. Һоҡланғыс кеше ул, тыуған яғына ҡайтҡан, тыныс тормошта үҙ юлын эҙләй. Мин Рәсәй Федерацияһы Геройы исемен бирҙереү өсөн уның тураһында материалдарҙы Мәскәүгә ебәрҙем. Был эш артабан нисек барыр, ҡарарбыҙ. Бына шундай геройҙарыбыҙ бар.
«Башҡортостан» полкы составында медицина отряды эшләй. Беҙҙең батыр йөрәкле табиптарға рәхмәт», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Республика Башлығы фекеренсә, бындай форумдар тупланған тәжрибә менән уртаҡлашырға мөмкинлек бирә.

Белешмә

Каменев Михаил Владимирович (27.09.1975 — 05.11.2023) — билдәле торакаль хирург, махсус хәрби операция геройы.



Вернуться назад