Республикала яңы маҡтаулы исем булдырылды26.11.2026

Ул йәштәргә арнала.

Фото: Римма Бикмырҙина | БР Йәштәр сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте

Профилле ведомство министры Вито Сабиров «Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте өлкәһендә атҡаҙанған хеҙмәткәр» маҡтаулы исемен булдырырға тәҡдим итте. 26 ноябрҙә республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында депутаттар закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.

Тармаҡ өсөн юбилей йылында был башланғыс ошо өлкәлә эшләгән хеҙмәткәрҙәр өсөн өҫтәмә стимул булып тора. Маҡтаулы исем булдырыу белгестәргә 10 йыл эшләгәндән һуң тармаҡтың төп наградаһын алыу мөмкинлеген бирә. Шулай уҡ үҙ ойошмаларында — юғары уҡыу йорттарында, колледждарҙа, мәктәптәрҙә, Беренселәр хәрәкәтендә, предприятиеларҙа эшләп йөрөгән һәм йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан кешеләрҙе бүләкләү ҡаралған.

Әйткәндәй, Башҡортостан илдә тармаҡ хеҙмәткәрҙәре өсөн рәсми байрам булдырған тәүге төбәк булды.

Фото: Римма Бикмырҙина | БР Йәштәр сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте


Вернуться назад