Владимир Путин менән тура бәйләнеш 10 декабрҙә була

Владимир Путин менән «тура бәйләнеш» 10 декабрҙә була, тип хәбәр иттеләр Кремлдең матбуғат хеҙмәтенән. Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. «Башинформ» яҙғанса, быйыл Рәсәй президенты берләштерелгән форматта уҙып барған йылға йомғаҡ яһаясаҡ, журналистарҙың да, ил халҡының да һорауҙарына яуап бирәсәк.
Һорауҙарҙы moskva-putinu.ru (москва-путину.рф) программаһы сайты аша, 0-40-40 номерына СМС йәки ММС хәбәр яҙып, 8-800-200-40-40 телефоны буйынса бушлай шылтыратып бирергә мөмкин. Сит илдәрҙән шылтыратыуҙар өсөн махсус номерҙар: +7-495-539-40-40, +7-499-550-40-40. Президентҡа текст һәм видео һорауҙарҙы «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәре аша ебәрергә була. МАХ мессенджерында чат-бот менән дә файҙаланырға мөмкин – max.ru/moskvaputinu.
Һорауҙар 27 ноябрҙә Мәскәү ваҡыты буйынса төнгө 12-нән 10 декабрҙә программа тамамланғансы ҡабул ителә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Тура бәйләнеш-2025 барышында Путин «Башинформ» журналисының республика проекттары тураһында һорауына яуап бирҙе.