Руслан Солтанов – Өфөнөң контроль-ревизия идаралығы начальнигы

Руслан Солтанов Өфө хакимиәтенең контроль-ревизия идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде.
Белешмә. Руслан Рәфис улы Солтанов 1981 йылдың 5 июлендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын «Юриспруденция» һөнәре буйынса тамамлаған.
Хеҙмәт юлының төп өлөшө прокуратура органдарында хеҙмәт итеү менән бәйле. Һуңғы ваҡытта Өфө хакимиәтенең документация һәм ойоштороу тәьминәте идаралығында граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү буйынса бүлек начальнигы булып эшләй.