Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары тәғәйенләнде25.11.2026

Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары тәғәйенләнде

Фото: БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы | матбуғат хеҙмәте

Лилиә Йыһаншина БР ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Әлегә тиклем ул хоҡуҡ идаралығы етәксеһе булды. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған. Ведомствола үҙенең хеҙмәт юлын 2020 йылда белгес-эксперт булып башлай.

Министрлыҡта белдереүҙәренсә, эшләгән осорҙа Лилиә Йыһаншина үҙен компетентлы һәм яуаплы хеҙмәткәр итеп күрһәткән. Уны яуаплы вазифаға тәғәйенләнеүе менән ҡотлағандар һәм республика мәнфәғәте өсөн уңышлы эшләүен теләгәндәр.



Вернуться назад