Башҡортостанда предприятиеларҙы БПЛА һөжүменән һаҡлауҙы көсәйтәләр24.11.2026

Башҡортостанда предприятиеларҙы БПЛА һөжүменән һаҡлауҙы көсәйтәләр

Фото: Эдуард Кускарбеков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Александр Шельдяев республиканың оператив штабы ултырышын үткәрҙе. Хөкүмәттә производство һәм инфраструктура объекттарының хәүефһеҙлеген арттырыу мәсьәләләре тикшерелде.

Александр Шельдяев билдәләүенсә, республиканың сәнәғәт объекттарына пилотһыҙ осоу аппараттарының һөжүме көсәйә бара.

«Беҙгә пассив һәм әүҙем һаҡлауҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн тырышлыҡ һалырға кәрәк», — тип белдерҙе ул.

Ултырыш барышында Александр Шельдяев республика предприятиеларының һәм халҡының именлеген тәьмин итеүгә индергән өлөшө өсөн хәрби хеҙмәткәрҙәргә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың рәхмәт хаттарын тапшырҙы.



Вернуться назад