Башҡортостанда 11 сентябрҙә — Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнөндә «ҡоро закон» индереүҙәре ихтимал.

Бындай башланғыс менән «Айыҡ Башҡортостан» проекты координаторы, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитеты рәйесе Рөстәм Ишмөхәмәтов сығыш яһаны.
«11 сентябрҙә, Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнөндә, алкоголде ваҡлап һатыуҙы тыйыу тураһында закон проектын хуплауығыҙҙы һорайым. Уны мин депутат булараҡ индерәм. Тиҙҙән беҙ уны рәсми рәүештә ҡарауға индерербеҙ тип уйлайым», — тине Рөстәм Ишмөхәмәтов «БР-ҙа алкоголь һәм спиртлы продукция әйләнеше өлкәһендәге ҡануниәт торошо һәм алкоголь продукцияһын ҡулланыуҙы (эсеүҙе) сикләү тураһында» мәсьәлә буйынса парламент тыңлауҙарында.
Хәҙер магазиндарҙа яңы йыл каникулдары көндәрендә хәмер һатыу сикләнгән: 3 ғинуарҙа — киске сәғәт 5-тән төнгө 11-гә тиклем, шулай уҡ 4, 5 һәм 6 ғинуарҙа — таңғы 8-ҙән иртәнге 10-ға һәм киске 5-тән төнгө 11-гә тиклем. Бынан тыш, һабантуй ойошторолған көндәрҙә, «Һуңғы ҡыңғырау» байрамында, Йәштәр көнөндә һәм Белем көнөндә магазиндарҙа алкоголь һатыу тыйыла. «Ҡоро закон» дөйөм туҡланыу учреждениеларына ҡағылмай.