Александр Кононенко рәсми рәүештә Белорет башлығы итеп тәғәйенләнде20.11.2026

2026 йылдың июненән ул Белорет ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарҙы.

Фото: матбуғат хеҙмәте | Белорет районы хакимиәте

Александр Кононенко Белорет хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде. Ҡарар 19 ноябрҙә ҡала биләмәһе советында ҡабул ителде.

Александр Кононенко 1986 йылда Белоретта тыуған. 14-се гимназияла, һуңынан Г.И. Носов исемендәге Магнитогорск техник университетында белем алған. Грек-рим көрәше менән шөғөлләнгән. Рәсәй спорт мастерының спорт разрядына эйә.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Белорет металлургия комбинатында башлай. 2020 йылдан 2026 йылға тиклем Белорет районының спорт көрәше буйынса спорт мәктәбе етәксеһе булып эшләй. 2026 йылдың июненән ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара.



Вернуться назад