«Башҡортостан геройҙары» программаһы финалсыһы Өфө хакимиәте идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде18.11.2026

Был турала баш ҡала хакимиәтенең яңы етәксеһе хәбәр итте.

Фото: Өфө хакимиәте | матбуғат хеҙмәте

Өфө хакимиәтенең төҙөлөш эшмәкәрлеген координациялау идаралығы начальнигы итеп Илдус Ғәббәсов һайланды. Был вазифаны махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм «Башҡортостан геройҙары» проекты финалсыһы баш ҡаланың яңы башлығы Рөстәм Шәрипов тәғәйенләнгәндән һуң биләне.

Илдус Вәсим улы Ғәббәсов 1966 йылдың 15 июлендә БР Әлшәй районы Торонтайыш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт аграр университетын «Гидромелиорация» һөнәре буйынса тамамлаған, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында «Дәүләт һәм муниципаль идара итеү. Башҡортостан геройҙары» программаһы буйынса ҡайтанан һөнәри әҙерлек үткән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнгән.

Ул 20 йылдан ашыу ғүмерен төҙөлөш тармағына бағышлай. Төрлө төҙөлөш ойошмаларында инженер, баш инженер, директор урынбаҫары һәм директор булып эшләй. 2021 йылдан Өфө хакимиәтенең капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы урынбаҫары, һуңғы ике айҙа төҙөлөш эшмәкәрлеген координациялау идаралығы начальнигы вазифаһын башҡара.



Вернуться назад