Рөстәм Шәрипов Өфө мэры итеп тәғәйенләнде17.11.2026

Бөгөн, 17 ноябрҙә, Өфө ҡала советының сираттан тыш ултырышында депутаттар контракт буйынса ҡала хакимиәтенең яңы башлығын тәғәйенләне. 29 депутаттың 27-һе Рөстәм Шәриповтың кандидатураһы өсөн тауыш бирҙе, икәүһе тауыш биреүҙән тыйылды.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Ултырышта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Андрей Назаров һәм хөкүмәт премьер-министры Александр Шельдяев, БР Башлығы хакимиәте етәксеһе Искәндәр Әхмәтвәлиев һәм уның урынбаҫары Данияр Абдрахманов ҡатнашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән аҙнала комиссия ултырышында баш ҡала хакимиәте етәксеһе вазифаһына конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Ултырыш йомғаҡтары буйынса исемлеккә дүрт кандидатура индерелде: Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығының иҡтисад һәм сәнәғәт буйынса беренсе урынбаҫары Артур Ғафаров; БР Дәүләт Йыйылышы депутаты, шәхси эшҡыуар Эдуард Сардаров; «Газ-Сервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Рөстәм Хафизов һәм Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рөстәм Шәрипов 1 июндән Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара. Ул 1982 йылдың 29 июлендә Бөрйән районының Яңы Мөсәт ауылында тыуған, БДУ-ның Сибай институтын, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Һуңынан төрлө йылдарҙа һатыу буйынса менеджер, кредит белгесе һәм банктарҙа клиенттарҙы хеҙмәтләндереү бүлеге белгесе булып эшләй. 2009 йылда Бөрйән районы хакимиәтенә иҡтисад бүлегенең әйҙәүсе иҡтисадсыһы булып эшкә килә. Артабан бер йыл «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының иҡтисад, коммерция һәм хужалыҡ департаментында иҡтисадсы булып эшләй. 2012 йылда Бөрйән районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы


Вернуться назад