Министрлыҡта үҙгәреш11.07.2012
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры вазифаһын башҡарыу министрҙың беренсе урынбаҫары Хәлил Рәхимовҡа йөкмәтелде.
Икенсе Указ менән Марат Мөлөков, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры вазифаһынан бушатылды.