Радий Хәбиров Тура бәйләнештән һуң төп бурысты атаны16.11.2026

Радий Хәбиров Тура бәйләнештән һуң төп бурысты атаны

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Республика халҡынан Башҡортостан Башлығы менән Тура бәйләнешкә килгән бөтә һорауҙар һәм мөрәжәғәттәр теркәлгән. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров белдерҙе. Хәҙер бөтә яуаплы ведомстволар уларҙы эшкәртергә тейеш.

«Һәр ваҡыттағыса, һорауҙар бик күп булды. Хәҙер иң мөһим бурыс – мөрәжәғәттәрҙе классификациялау, уларҙың барыһы ла теркәлгән. Һәм улар буйынса эште башларға», – тине республика етәксеһе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 11 ноябрҙә Тура бәйләнеш 4,5 сәғәт дауам итте. Ошо ваҡыт эсендә Радий Хәбиров 81 һорауға яуап бирҙе.  Бөтәһе 7,4 меңдән ашыу мөрәжәғәт килде.

 

 




Вернуться назад