Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә 7,4 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән13.11.2026

Иң күп мөрәжәғәттәр Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Өфө һәм Иглин райондарынан, шулай уҡ Нефтекаманан.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә 7 445 мөрәжәғәт килгән. Халыҡ социаль селтәрҙәр һәм чат-боттар аша 4 866 һорау, «Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ» платформаһы аша 267 мөрәжәғәт ебәргән. Телефонға 2 312 шылтыратыу ҡабул ителгән.

Халыҡты башлыса юлдар (1 433), торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (984), социаль хеҙмәтләндереү (632), һаулыҡ һаҡлау (532) һәм төҙөкләндереү (507) мәсьәләләре борсой.

Иң күп мөрәжәғәттәр Өфөнән (2 780), Стәрлетамаҡтан (329), Өфө (263) һәм Иглин (203) райондарынан, шулай уҡ Нефтекаманан (180).

2026 йылда Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш 4 сәғәт 29 минут дауам итте. Эфир барышында Радий Хәбиров 80-дән ашыу һорауға яуап бирҙе.

Радий Хәбиров Тура бәйләнештә нимә тураһында һөйләне. Иң мөһиме.




Вернуться назад