Тура бәйләнеш Радий Хәбировҡа ышаныстың юғары булыуын күрһәтте12.11.2026

Тура бәйләнеш Радий Хәбировҡа ышаныстың юғары булыуын күрһәтте

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Тура бәйләнештә ышаныс мөхитен тыуҙыра алды, тип белдерҙе «Башинформ»ға Сәйәси мәғлүмәт үҙәгенең генераль директоры Алексей Мухин.

«Кешеләр республика етәксеһе менән ихлас аралашты, ә был бик мөһим. Сөнки шәхси һорауҙар ҙа, муниципаль һәм федераль кимәлдәге һорауҙар ҙа булды. Уңайһыҙ, киҫкен һорауҙар ҙа яңғыраны. Былар барыһы ла халыҡтың Радий Хәбировҡа ышаныуын күрһәтә, — тип билдәләне Алексей Мухин. — Ваҡыт еткәс, унан да һорарға мөмкин буласағын беләләр. Әйткәндәй, минеңсә, Радий Хәбиров бындай яуаплылыҡҡа бөтөнләй ҡаршы түгел, шикелле. Ул яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алды. Етәксегә коррупция, кадрҙар үҙгәреше тураһында һорауҙар бирҙеләр, ул яуаптан ситкә китмәне».

Сәйәси мәғлүмәт үҙәгенең генераль директоры Алексей Мухин билдәләүенсә, Тура бәйләнеш барышында Радий Хәбиров бер нисә тапҡыр ғына шаяртты. Башҡа осраҡтарҙа ул «етди һәм ентекле яуап бирҙе».

«Былар барыһы ла Радий Хәбировтың республика етәксеһе вазифаһында үҙен ышаныслы тойоуы хаҡында һөйләй, — тип яуапланы Алексей Мухин Башҡортостан Башлығы менән Тура бәйләнеш йомғаҡтары тураһында һорауға.


Вернуться назад