Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон командирына Донецк Халыҡ Республикаһы Геройы исеме бирелеүе тураһында билдәле булды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Тура бәйләнештә ғорурлыҡ менән ошо хаҡта әйтте.
«Батальон батҡаҡта, ҡанда, һыҙланыуҙар аша бик ауыр хәрби юл үтте. Бөгөн миңә яңылыҡ еткерҙеләр: батальон командирына, уның позывнойы «Нөгөш», Донецк Халыҡ Республикаһы Геройы исеме бирелгән», – тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальондың Башҡортостандан Донбассты яҡларға киткән тәүге формирование булыуын хәтергә төшөрҙө. Уның һүҙҙәренсә, яугирҙәр етди һынауҙар аша үтте һәм яҡташтарыбыҙ араһында ғына түгел, беҙҙең яңы биләмәләрҙә йәшәүселәр араһында ла танылыу яуланы.
Донецк Халыҡ Республикаһы Геройы исеме республиканың иң юғары наградаһы булып тора, халыҡ һәм дәүләт алдындағы хеҙмәттәр өсөн тапшырыла. Бүләкләнеүселәргә Донецк Халыҡ Республикаһының Геройының «Алтын йондоҙ» миҙалы бирелә.