Башҡортостан Башлығы Тура бәйләнеште башланы11.11.2026

Башҡортостан Башлығы Тура бәйләнеште башланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров традицион Тура бәйләнеш үткәрә. Ул киске сәғәт 7-лә башланды. Һорауҙарҙы Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская, «Башҡортостан» ТРК ДУП-ның генераль директоры Рөстәм Зәрәфетдинов, Башҡортостан Башлығының матбуғат секретары Диана Сәфәрғәлиева бирә, башҡорт телендә диалогты «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто медиамөхәррире Марсель Байдәүләтов алып бара. Залда киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре бар, уларҙың да һорау биреү мөмкинлеге буласаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Тура бәйләнеште БСТ, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», ЮТВ, «Сәләм» телеканалдарында, Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәрендә ҡарарға, «Юлдаш» һәм «Рәсәй» радистанцияларында тыңларға мөмкин. 



Вернуться назад