Өфө мэрияһында тағы ике чиновник вазифаһын ҡалдырҙы

Өфө хакимиәтендә йәнә ике етәксе вазифаһы бушаны. Финанс идаралығы начальнигы Илдар Имамов һәм ҡулланыусылар баҙары, туризм һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау идаралығы начальнигы Асҡар Батталов вазифаһынан китте. Был мәғлүмәтте мэрияның матбуғат хеҙмәтендә раҫланылар.
«Бөтәһе лә үҙ теләге менән китте. Уларҙың урынына тәғәйенләнеүселәр һуңыраҡ билдәле буласаҡ», – тип белдерҙеләр хакимиәттә.
Имамов был вазифала йыл ярымдан ашыу эшләне. Ул 2025 йылдың майында етәксе итеп тәғәйенләнде. Батталов иһә 2024 йылдан ҡулланыусылар баҙары, туризм һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау идаралығы начальнигы булды.