Илнур Хәтмуллин Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде09.11.2026

Илнур Хәтмуллин Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Фото: БР Ҡалтасы районы хакимиәте | Рәсми сайт

Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп етәксенең төҙөлөш, сәнәғәт һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Илнур Хәтмуллин тәғәйенләнде. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров белдерҙе.

«Мин бөтә программаларҙы, ағымдағы эшмәкәрлекте тормошҡа ашырыуҙы һорайым. Ә беҙ хакимиәт башлығы вазифаһына кандидатураны билдәләрбеҙ», – тип  мөрәжәғәт итте Башҡортостан Башлығы Хәтмуллинға.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, муниципалитет етәксеһе Семен Цедилкиндың МХО-ға китеүенә бәйле кадрҙар алмашынды.



Вернуться назад