Радий Хәбиров йәмәғәтсе Анатолий Дубовскийҙы Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне

Башҡортостан Башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһен бүләкләү тантанаһынан башланы. Ул күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм һөҙөмтәле йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контроле төбәк үҙәге етәксеһе Анатолий Дубовскийға Халыҡтар дуҫлығы орденын тапшырҙы.
«Беҙ уны ныҡ хөрмәт итәбеҙ. Иң мөһиме, республика халҡы уны торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә контролдә тотоуҙа принципиаль позицияһы өсөн бик хөрмәт итә», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Башинформ» республика етәксеһе Григорий Панинды Салауат Юлаев ордены менән бүләкләүе хаҡында ла яҙғайны.