Ағас башын ел борор...11.07.2012
Көлдөргән дә, бөлдөргән дә — тел, ти халыҡ. Быға өҫтәп, “йәмғиәтте берләштергән дә, айырған да — тел”, тип әйтергә мөмкин. Үткән аҙнала Украинала тел тураһында яңы ҡанун ҡабул ителеүе илде икегә айырып ҡына ҡалманы, хатта парламенттың тарҡалыуына сәбәпсе булды.

Тел Киевҡа ғауға ғына еткерҙе


Законда урыҫтар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә уларҙың телен дәүләт теле сифатында ҡулланыу тураһында һүҙ бара. Үҙгәрештең илдәге 27 административ-территориаль берәмектең 13-өнә ҡағылыуын иҫәпкә алғанда, Украинаның яртыһында урыҫ теленең статусы украиндыҡы менән тиңләштерелә, тиергә мөмкин. Парламенттағы 450 депутаттың 248-е (закон ҡабул ителһен өсөн 226 ла етер ине) ыңғай тауыш биргән. Урыҫ теленә дәүләт теле статусы бирелеүен өнәмәгән парламент рәйесе Владимир Литвин шунда уҡ вазифаһынан китергә теләүен белдерҙе. Шуныһы ғәжәп: Литвин бығаса, “Халыҡ партияһы”н етәкләһә лә, Виктор Януковичҡа ҡарата ыңғай ҡарашта ине. Әле килеп кинәт кенә президенттың сәйәсәтенә ҡаршы төшөүе көтөлмәгәнсәрәк килеп сыҡты. Үҙенең “шефы”нан күрмәксе парламент рәйесе урынбаҫары, “Юлия Тимошенко блогы” партияһы ағзаһы, оппозиция вәкиле Николай Томенко ла эшенән баш тартасағын белдерҙе. Шулай итеп, тел тураһында ҡанун илдә ҙур сыуалыштарға килтерҙе.
Украин телен яҡлап майҙанға сығыусыларҙың талабы бер — илдә бер генә дәүләт теле булырға тейеш. Оппозиция вәкилдәре Виктор Януковичтан яңы законға ҡул ҡуймауҙы талап итә. Йәмғиәт тә ике ут араһында ҡалды. Берәүҙәр — урыҫ телен, икенселәре украиндыҡын яҡлап сығыш яһай.
Виктор Януковичҡа урыҫ теленә дәүләт теле статусы бирелеүе бик ҡулай. Ни өсөн тигәндә, 12 июлгә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Украинаға рәсми сәфәре тәғәйенләнгән. Унда инде ике Президент араһындағы әңгәмәнең төп темаһы газ мәсьәләһе буласаҡ. Янукович “тел”де “газ”ға алмаштырмаҡсы итә. Йәғни ул Рәсәй газына хаҡты төшөртөү яғында. Белгестәр фекеренсә, дүртенсе кварталда Рәсәй Украинаға газды мең кубометрын 417 доллар менән һатасаҡ. Әлеге мәлдә иһә беҙҙең газ Киев өсөн 426 доллар тора. Тимәк, урыҫ теленә дәүләт теле статусы бирелеүе Украинаға газды туғыҙ долларға булһа ла арзанайтырға мөмкинлек бирә. Билдәле булыуынса, 1 июлдән Рәсәйҙә газды ҡулланыу хаҡы бер нисә процентҡа артты. Ил халҡы “зәңгәр яғыулыҡ”ты осһоҙлатыр өсөн тел тураһында бер түгел, биш законға ла риза булыр ине, билләһи.

Француздар Наполеонды ғына ғәйепләмәй

Француздар донъя йәмәғәтселеген аптыратыуҙан бушамай. Яңыраҡ ҡына, илдең бай кешеләренә һалым ставкаһын 70 процентҡа тиклем күтәреп, барыһын да хафаландырғайнылар, әле килеп көпә-көндөҙ элекке президенттарының йортон тентейҙәр. Илдең һалым полицияһы Николя Саркозиҙы ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа ғәйепләргә тырыша. Имеш, 2007 йылда ул үҙенең һайлау алды кампанияһын уҙғарыу өсөн йәшертен юл менән илдең иң бай ҡатын-ҡыҙы, косметика “батшабикәһе” Лилиан Бетанкурҙан аҡса алған һәм декларация тултырғанда быны йәшереп ҡалдырған. Һалым полицияһы ошоно иҫбатларға йыйына ла инде.
Өйөнә һәм әлеге офисына (юридик хеҙмәт күрһәтеү) тентеү яһаған мәлдә Николя Саркози үҙе белепме, белмәйме, Канадала булып ҡала. Әгәр ҙә ғәйебе раҫлана ҡалһа, үҙенән алда эшләгән Жак Ширак кеүек, уны ла хөкөмгә тарттырасаҡтар. Әлбиттә, тегеһе сағыштырмаса еңел ҡотолдо — ике йылға шартлы яза ғына алды.
Николя Саркозиға тағы ла бер ғәйеп тағалар: ул шул уҡ 2007 йылда Ливия лидеры Муаммар Каддафиҙан аҡса ҡабул итеүҙә һәм Пакистанға һыу аҫты кәмәләре һатыуҙы халыҡтан йәшергәне өсөн ҙур ришүәт алыуҙа ғәйепләнә. Бер түгел ике президенттың мутлығын асыҡларға батырсылыҡ иткән француз демократияһына һоҡланырға ғына ҡала. Хәҙерге башлыҡтары Франсуа Олланд өсөн ныҡлы һабаҡ был. Һәр йәһәттән Европаса йәшәргә ынтылған, Көнбайышса фекер йөрөтөргә уҡталған Рәсәйгә ошондай ысын азатлыҡ ҡасан килеп етер икән? Беҙҙә демократия, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кеҫәһе ҡалындарға ғына ҡулай шул.

Арафатты “борсорға” хөрәфәт кәртә түгел

Башҡа яңылыҡтарға килгәндә, Яҡын Көнсығышта һаман да тыныслыҡ юҡ. 1 июлдән Иран нефтен һатып алыу буйынса ҡабул ителгән санкция ғәмәлгә инде. Иран иһә был санкцияны урап үтеп булһа ла сит илдәргә нефть экспортлау күләмен кәметергә йыйынмай, Евросоюз менән АҠШ-ҡа төрлөсә ҡаршы тороп маташа. Фарсы ҡултығындағы Ормуз боғаҙын ябыу менән дә янай. Билдәле булыуынса, был боғаҙҙың бер өлөшө Иран биләмәһе иҫәпләнә, яртыһы Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә ҡарай һәм донъяла һатылған нефттең 35 проценты уның аша үтә. Әгәр ҙә Иран сауҙа юлын ысынлап япһа, НАТО илдәре, һис шикһеҙ, уға ҡаршы һуғыш асасаҡ. Шуға ла, моғайын, янау янау ғына булып ҡалыр.
Икенсе яҡтан ҡарағанда, улар үҙ илен һаҡларға ныҡлы әҙерләнә. Үткән аҙнала йәнә баллистик ракета һынауы үткәрҙеләр. Быныһы туранан-тура Израиль агрессияһынан һаҡланыу өсөн эшләнә, тип бара белгестәр. Владимир Путин Яҡын Көнсығыш илдәренә эш сәфәре менән барған мәлендә ошо төбәктәге көсөргәнешлекте кәметеү, проблемаларҙы тыныс юл менән хәл итеү зарурлығына айырыуса ҙур иғтибар бирҙе, Ирандың уран байытыу мәсьәләһен үҙ-ара аңлашып хәл итергә саҡырҙы.
Ошо уҡ сәфәрендә Владимир Владимирович Израилдә, Фәләстән автономияһында, Иорданияла булып, Рәсәй өсөн был төбәктәге тыныслыҡ һәм тотороҡлолоҡтоң мөһимлеген билдәләне. Фәләстән автономияһы тигәндән, үткән аҙнала шул мәғлүм булды — илдең элекке етәксеһе Ясир Арафаттың кәүҙәһен яңынан тикшермәкселәр. Бынан һигеҙ йыл элек мәрхүм булған сәйәси лидерҙы теш щеткаһы менән ағыулап үлтергәндәр, тигән фараз тыуған икән. Быны Израилдең йәшертен ойошмаһы атҡарған, тигән имеш-мимеш тә йөрөй. Әле мәрхүмдең кәүҙәһен мавзолейҙан алып, анализ үткәрергә йыйыналар. Арафатты ағыулап үлтереүҙәре иҫбатлана ҡалһа, был төбәккә тыныслыҡ тиҙ арала килмәйәсәк.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Вернуться назад