«Патриот» паркында иман йорттарына ярым ай һәм тәре урынлаштырылды

4 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шишмә районының Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркы биләмәһендә Тыуған ил өсөн һәләк булған геройҙар иҫтәлегенә мәсет манараһына ярым ай һәм бәләкәй сиркәү көмбәҙенә тәре ҡуйыу тантанаһында ҡатнашты.
«Беҙ был ваҡиғаны Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә бағышланыҡ. Мин ошонда ысын батырлыҡ мәктәбен үткән тиҫтәләгән мең малайҙың сиркәүгә һәм мәсеткә инеп, яугирҙәребеҙ өсөн доға ҡылыу мөмкинлеге булыуын теләгәйнем. Минең хыялым бойомға аша, тип әйтә алам. Белеүебеҙсә, беҙ ғибәҙәтхана комплекстарын бюджет аҡсаһына төҙөй алмайбыҙ, был һәр ваҡыт бюджеттан тыш аҡса. Бөгөн мин, Рабис Сәлих улы, һеҙгә рәхмәт әйтергә теләйем. Һеҙ бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә матур ике иман йортон төҙөүгә өлгәштегеҙ. Эштең күңел һалып башҡарыуығыҙҙы күрәм.
Башҡортостан шулай йәшәй. Беҙ бер-беребеҙҙе мосолмандарға, православие динендәгеләргә, иудейҙарға, католиктарға бүлеп ҡарамайбыҙ. Беҙ барыбыҙ ҙа рәсәйҙәр, башҡортостандар. Бында ике ғибәҙәтхананың тороуы – күркәм күренеш. 9 майҙа Еңеү парадынан һуң бында килергә һәм әҙер мәсетте һәм ҡорамды асырға тәҡдим итәм», – тине Радий Хәбиров.
Шулай уҡ Рус православие сиркәүенең Башҡортостан митрополияһы башлығы, Өфө һәм Башҡортостан митрополиты Филарет, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты хакимиәте етәксеһе, мөфтөй Мөхәммәт хәҙрәт Тажетдинов һәм «Жилстройинвест» компаниялар төркөмөн ойоштороусы Рабис Сәлихов тантанала ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте.
Башҡортостан Башлығы рухи-ағартыу комплексының эске биҙәлеше проекттары менән танышты. Рабис Сәлихов һүҙҙәренсә, уларҙың компанияһы көсө менән киләһе йылда сиркәү һәм мәсет асылғандан һуң эргәлә ҙур булмаған парк төҙөү планлаштырыла.
