Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Рәмил Абдуллин рәсми рәүештә Ишембай районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде. Бөгөн урындағы совет депутаттары шундай ҡарар ҡабул итте. Был хаҡта яңы етәксе үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты.
«Бөгөн депутаттар корпусы мине Ишембай районы хакимиәте башлығы итеп һайлап, ҙур ышаныс күрһәтте. Минең өсөн был вазифа ғына түгел, ә ҙур яуаплылыҡ, сөнки мин ошонда тыуып үҫкәнмен, балаларым ошонда үҫте, ғаиләм ошонда йәшәй, һәм был минең тыуған ерем. Мин бында яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килеүен, һәр ғаиләнең яҡшы яҡҡа үҙгәрештәрҙе күреүен теләйем. Алда күп бурыстар тора, әммә барыһын да бергәләп хәл итербеҙ тип ышанам. Халыҡ, тыуған ер һәм республика мәнфәғәте өсөн», – тип яҙҙы ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәмил Абдуллин 2024 йылдан Бөрйән районы хакимиәте башлығы булып эшләне. Ә октябрь башынан Ишембай районына етәксе итеп һайланды, тип хәбәр иткәйне Башинформ.