Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде30.10.2026

Ҡала советында Өфө мэры вазифаһына кандидаттар билдәләнде

Фото: архив | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Ҡала Советында уҙған конкурс комиссияһы ултырышында хакимиәт башлығы вазифаһына биш кандидат билдәләнде: хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов, «Горзеленхоз» директоры Илдар Ардаширов, Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығының иҡтисад һәм сәнәғәт буйынса беренсе урынбаҫары Артур Ғафаров, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты һәм шәхси эшҡыуар Эдуард Сардаров, шулай уҡ «Газ-Сервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Рөстәм Хафизов.

«Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының эксперт комиссияһы кандидаттарҙың белем кимәлен баһаларға тейеш. Конкурс 9 ноябрҙә була.



Вернуться назад