Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде28.10.2026

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Наил Фәррәхов Башҡортостандың Конституция советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде. Тейешле ҡарарға республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. Документ законлы көсөнә инде.

Наил Фәррәхов Октябрьский ҡалаһында тыуған. Ике юғары уҡыу йортон тамамлаған, «электр элемтәһе инженеры» һәм «юрист» һөнәрҙәрен үҙләштергән. СССР Хәрби-диңгеҙ флотының спецназында хеҙмәт итә. Хеҙмәт юлын «Башнефть» компанияһында слесарь өйрәнсеге булып башлай, һуңынан электромонтер, БР Эске эштәр министрлығының ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш идаралығы оперуполномоченныйы, начальник урынбаҫары булып эшләй.



Вернуться назад