Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте28.10.2026

Мәсетле районы башлығы Әнис Әсәҙуллин отставкаға китте

Фото: Шамил Валиев | «Башинформ» өсөн

Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин үҙ теләге менән вазифаһын ҡалдырҙы. Был хаҡта «Башинформ»ға республика Дәүләт Йыйылышы депутаты Шамил Вәлиев хәбәр итте.

Район советы ултырышында депутаттар отставканы ҡабул итте. Башҡортостан Башлығы Әнис Әсәҙуллинды «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Награданы Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе Искәндәр Әхмәтвәлиев тапшырҙы.

Муниципалитет етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп хакимиәттең эштәр идарасыһы Анфиса Ишмөхәмәтова тәғәйенләнде. Районда вакантлы вазифаны биләүгә конкурс иғлан ителде. Документтар 5 ноябрҙән 11-нә тиклем ҡабул ителә. Конкурс 26 ноябрҙә була.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Әнис Әсәҙуллин 10 йыл буйына районға етәкселек итте. Хакимиәт башлығы итеп 2016 йылда тәғәйенләнде. Ул Мәсетле районында тыуған. Төрлө йылдарҙа Абдулла ауыл советы хакимиәте башлығы, мәктәптә махсус предметтар һәм математика уҡытыусыһы, район хакимиәте башлығы урынбаҫары, «Ҡарағай» шифаханаһында хужалыҡ бүлеге начальнигы һәм директорҙың хужалыҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары булып эшләй. Уның артабанғы пландары тураһында әлегә хәбәр ителмәй.





Вернуться назад