Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Ирина Рауил ҡыҙы Сухареваны Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһына раҫланы.

Был кандидатураны парламент ҡарауына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров индерҙе. Ҡарар республика парламенты ултырышында тауыш биреү йомғаҡтары буйынса ҡабул ителде.
Ирина Сухарева үҙенең эшмәкәрлегендә көс ҡулланыуҙан, шул иҫәптән буллингтан яҡлауға, йәберләү билдәләрен асыҡлауға, шулай уҡ интернетта балаларҙың хәүефһеҙ тәртибен иҫкәртеүгә айырыуса иғтибар бүләсәген билдәләне.
«Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил эшмәкәрлегенең төп маҡсаты – балаларҙың законлы хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен мөмкин булған бөтә ысулдар менән яҡлау. Үҙ тәжрибәмде файҙаланып һәм ведомство-ара хеҙмәттәшлеккә таянып эшләргә ниәтләйем», — тип билдәләне Ирина Сухарева.
Вазифаға раҫланғандан һуң Ирина Сухарева Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил антын бирҙе.
Ирина Сухарева – Өфө ҡала советы депутаты, Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәтенең уҡыу үҙәге директоры вазифаһын башҡара. Йәмәғәт эшмәкәрлегендә ул Башҡортостан Республикаһының «Күп балалы ғаиләләр» берләшмәһенең күҙәтеү советын етәкләй.