Республикала депутаттар Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде раҫланы27.10.2026

Бөгөн, 27 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 37-се ултырышында депутаттар Руслан Зәйнуллинды республикала кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһына раҫланы. Был кандидатураны парламент ҡарауына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров индерҙе.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Ҡарар республика парламенты ултырышында тауыш биреү йомғаҡтары буйынса ҡабул ителде.

Руслан Зәйнуллин — юридик фәндәр докторы, профессор, Өфө фән һәм технологиялар университетының Хоҡуҡ институтын етәкләй. Кандидатураны ҡараған саҡта депутаттар уның юғары профессиональ квалификацияһын һәм юриспруденция өлкәһендәге күп йыллыҡ тәжрибәһен билдәләне.

Үҙенең сығышында Руслан Зәйнуллин үҙ эшендә махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам итеүҙе, уларҙы яраҡлаштырыуҙы һәм социалләштереүҙе күреүен билдәләне. Шулай уҡ ул граждандарға хоҡуҡи белем биреүгә өҫтөнлөк бирә. Хоҡуҡи белем кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдәрҙең эшмәкәрлегендә төп йүнәлештәрҙең береһе булып тора, тине Руслан Зәйнуллин.

«Был эшмәкәрлек эпизодик рәүештә түгел, ә системалы рәүештә башҡарылырға тейеш. Хоҡуҡи белем биреү формаларына килгәндә, цифрлаштырыуҙы иҫәпкә алып, был эште социаль селтәрҙәрҙе, интернетты файҙаланып башҡарырға кәрәк. Шулай уҡ традицион формалар – лекциялар, осрашыуҙар», — тине  Руслан Зәйнуллин.

 

 





Вернуться назад