Бөгөн Өфөлә утыҙ етенсе пленар ултырышта республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Александр Шельдяевты Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры вазифаһына тәғәйенләүгә ризалыҡ бирҙе. Уның кандидатураһын парламентарийҙарға республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим итте.
«Хөкүмәт – ыңғай үҙгәрештәрҙең төп ҡоралы, республиканы артабан үҫтереү буйынса бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙың мөһим һәм ойоштороу үҙәге. Ул яҡшы эшләргә, тейешле һөҙөмтә бирергә тейеш. Һәм хөкүмәттең эшен лайыҡлы кимәлдә ошо системаға индерелгән кеше ойошторорға бурыслы. Үҫештең бөтә баҫҡыстарын үткән, идара итеү тәжрибәһе һәм компетенциялары бар. Амбициялы, шул уҡ ваҡытта үтә яуаплы. Башҡортостанды халыҡ тормошо өсөн иң яҡшы төбәк итергә ынтыла. Минеңсә, Александр Николаевич Шельдяев тап ошондай сифаттарға эйә», – тип билдәләне республика етәксеһе.
Уның сәнәғәт министры вазифаһында башҡарған эшенең һөҙөмтәләрен барыһы ла белә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Сикләнгән ресурстар һәм юғары хәүеф шарттарында беҙҙең сәнәғәт тотороҡло күрһәткестәрҙе һаҡлап ҡына ҡалманы, ә Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ темптар менән үҫешә. Был күп кенә федераль рейтингтарҙа билдәләнде.
Александр Шельдяев етәкселегендәге хөкүмәттең эшмәкәрлеге артабан да халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға, илдең милли маҡсаттарына өлгәшеүгә, иҡтисадты һәм социаль өлкәне нығытыуға, республиканың инфраструктура үҫешенә, ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы төҙөкләндереүгә һөҙөмтәле булышлыҡ итеүгә йүнәлтелер, тигән ышаныс белдерҙе Башҡортостан Башлығы.