Башҡортостанда вейп һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙары ихтимал26.10.2026

Республика Башлығы Радий Хәбиров ошондай мөмкинлекте өйрәнергә ҡушты.

Фото: архив | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә яуаплы ведомстволарға республикала вейп һатыуҙы сикләү мәсьәләһен өйрәнергә һәм уға дәлилдәр менән нығытылған аҡыллы ҡарар тураһында хәбәр итергә ҡушты. Был хаҡта ул никотин килтереү электрон системаларын тыйыу тураһында ҡыҙыу фекер алышыуҙарға комментарийында белдерҙе.

«Мин бер нимәнелер тыйыу яҡлы түгелмен. Тыйыр алдынан ныҡлап уйларға кәрәк, сөнки аҡыл менән эшләнмәгән эштең кире яҡтары күп — был осраҡта күләгәле баҙарҙың барлыҡҡа килеүе», — тине Радий Хәбиров. Вейптың бәлиғ булмағандар өсөн зыяны бик ҙур, тип иҫәпләй ул.

Республика Башлығы һүҙҙәренсә, федераль ҡануниәт балаларға вейптарҙы тыйһа ла, үҫмерҙәр уларҙы ҡулланыуҙан туҡтамай.

«Балаларҙың уларҙы ҡулланыуында вейп һатыусылар түгел, ә йәмғиәт ғәйепле», — тип белдерҙе ул.

Мөмкин булған саралар араһында республика етәксеһе иҫкәртеү эшен көсәйтеүҙе, штрафтарҙы арттырыуҙы һәм балаларын ҡарамаған ата-әсәләрҙе язаға тарттырыуҙы атаны.

«Һәр яҡлап уйланылған этаплы ҡарарҙар ҡабул итегеҙ — һәм уларҙы республикала һатыуҙы тыяйыҡ, әммә был аҡыллы ҡарарҙар булырға тейеш», — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров һәм әҙер вариант тураһында хәбәр итергә ҡушты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2026 йылдың июнендә РФ Президенты ҡул ҡуйған федераль закон төбәктәргә 2027 йылдың 1 мартынан 2032 йылдың 1 мартына тиклем вейптарҙы ваҡлап һатыуҙы тыйыу хоҡуғын бирә. Әлеге ваҡытта бер нисә субъект ҡына ошондай хоҡуҡ менән файҙаланған.





Вернуться назад