Радий Хәбиров Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы рәйесе менән таныштырҙы26.10.2026

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш конференцияһы үтте. Федерация рәйесе итеп Юрий Мельников һайланды. Дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров республика профсоюздарының яңы етәксеһе менән таныштырҙы.

Фото: видеонан скриншот | БР хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе

21 октябрҙә Профсоюздар йортонда Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының сираттан тыш конференцияһы үтте. Федерация рәйесе итеп Юрий Мельников һайланды. Дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров республика профсоюздарының яңы етәксеһе менән таныштырҙы.

– Юрий Михайлович, һеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, ҡулығыҙҙы ҡыҫабыҙ! Беҙ һеҙҙе күптән беләбеҙ, ихтирам итәбеҙ, һеҙҙең профессиональ етәксе һәм намыҫлы кеше икәнегеҙҙе беләбеҙ. Беҙҙең профсоюздарға яңы энергия бирерһегеҙ тигән ышаныс белдерәбеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы. – Профсоюздарҙың потенциалы бик юғары.

Республика етәксеһе хөкүмәткә профсоюздарҙың яңы лидерына һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә тәҡдим итте.




Вернуться назад