Башҡортостан Башлығы Ташкентта технопарк төҙөлөшөнә старт бирҙе22.10.2026

Башҡортостан Башлығы Ташкентта технопарк төҙөлөшөнә старт бирҙе

Фото: Леонид Пахомов | БР Башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Башлығы Ташкент өлкәһе хакимы Зойир Мирзаев менән бергә «Бекабад» берлектәге технопаркын төҙөүгә старт бирҙе.

«Бөгөн Беҙ Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында хеҙмәттәшлектә яңы бит астыҡ, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Башҡортостан өсөн был икенсе дәүләттә технопарк булдырыуҙың тәүге тәжрибәһе, һәм, әлбиттә, беҙ унда яҡшы перспективалар күрәбеҙ. Беҙҙә резиденттарға етди өҫтөнлөктәр ҡаралған».

Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республиканың был көнгә ентекле әҙерләнеүе хаҡында һөйләне. Видеоконференцбәйләнеш режимында һәм осрашыуҙарҙа Ташкент өлкәһенән коллегалары менән ойоштороу, финанс, юридик мәсьәләләр тикшерелде.

Радий Хәбиров партнерҙарына тиҙ һәм һөҙөмтәле ҡарарҙары өсөн рәхмәт әйтте, Рәсәй Президенты Владимир Путинға һәм Шәфҡәт Мирзиёевҡа технопарк проектын яҡлағандары өсөн айырыуса рәхмәт әйтте.

«Илдәребеҙ лидерҙарының тырышлығы менән ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлек итеү өсөн яҡшы мөмкинлектәр бар, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы. — Ташкент өлкәһе һәм үзбәкстан менән төрлө йүнәлештәрҙә (сәнәғәт һәм ауыл хужалығында, туризм, мәҙәниәт, спорт өлкәләрендә) хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Улар беҙгә туғандаш халыҡ, беҙҙе бик күп нәмә бәйләй. Беҙҙең дуҫлыҡ — киләсәктәге берлектәге ҡаҙаныштар өсөн ышаныслы нигеҙ тип ышанам».

 



Вернуться назад