Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Константин Шаһиморатов вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатты21.10.2026

Ҡарар Шаһиморатовтың яҙма ғаризаһы буйынса ҡабул ителде.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Рәсәй Федераль Йыйылышының «Парламент гәзите» хәбәр итеүенсә, Дәүләт Думаһы депутаттары 20 октябрҙә уҙған пленар ултырышта уның вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһындағы ҡарарҙы хупланы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығының БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Константин Шаһиморатов туғыҙынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайланды һәм Именлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса комитетҡа инде. Ул «Ғәҙел Рәсәй» партияһынан тәҡдим ителде.

ТАСС мәғлүмәттәре буйынса, Шаһиморатов мандаты Дағстан, Ингушетия, Төньяҡ Осетия — Алания һәм Чечня ингән «ғәҙел рәсәйҙәр» федераль исемлегенең 4-се төбәк төркөмөн етәкләгән Арсен Фадзаевҡа тапшырылды. 

 



Вернуться назад