Өфө хакимиәтендә кадрҙар үҙгәрҙе21.10.2026

Баш ҡала хакимиәте командаһында яңы белгес.

Фото: Администрация Уфы | Пресс-служба

Өфө хакимиәтенең биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү идаралығы етәксеһе итеп Артем Панов тәғәйенләнде. Был хаҡта оператив кәңәшмәлә ҡала мэры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов белдерҙе.

Билдәле булыуынса, Артем Панов 2000 йылдың 2 октябрендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университеты бакалавриатын һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты магистратураһын «Юриспруденция» һөнәре буйынса тамамлай. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре, капиталь төҙөлөш идаралыҡтарында эксперт, әйҙәүсе белгес, әйҙәүсе юрисконсульт, юридик бүлек етәксеһе урынбаҫары булып эшләй.



Вернуться назад