Рәсәйҙең яңы транспорт министры Дмитрий Ядров буласаҡ. Илдең премьер-министры Михаил Мишустин уның кандидатураһын Дәүләт Думаһына раҫлауға тәҡдим итте. Әле Ядров Росавиация етәксеһе вазифаһын биләй.

РФ ғәмәлдәге транспорт министры Андрей Никитин хөкүмәт рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнәсәк, ул транспорт комплексын үҫтереү өсөн дә яуап бирәсәк.
Бынан тыш, федераль хөкүмәт структураһында вице-премьер – финанс министры вазифаһы барлыҡҡа килде. Был вазифаға ведомствоның әлеге башлығы Антон Силуанов тәҡдим ителә.