Кремль Владимир Путин менән 2026 йылға йомғаҡ яһау форматын иғлан итте06.10.2026

Кремль Владимир Путин менән 2026 йылға йомғаҡ яһау форматын иғлан итте

Фото: видеонан стоп-кадр | Кремль

Рәсәй президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков хәбәр итеүенсә, тура бәйләнешкә әҙерлек башланған.

«2025 һәм башҡа йылдарҙағы кеүек берләштерелгән формат әҙерләйбеҙ. Тура бәйләнеш һәм дәүләт башлығының йыллыҡ ҙур матбуғат конференцияһы», — тип белдерҙе Песков.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Тура бәйләнеш-2025 барышында Путин «Башинформ» журналисының республика проекттары тураһында һорауына яуап бирҙе.



Вернуться назад