Владимир Путин уҡытыусыларҙы байрам менән ҡотланы05.10.2026

Рәсәй президенты Владимир Путин педагогтарҙы һөнәри байрамы, Уҡытыусылар көнө менән ҡотланы.

Фото: видеонан скриншот | kremlin.ru

Дәүләт башлығы билдәләүенсә, 2026 йылдан дәүләт кимәлендә педагогтың айырым статусы нығытылған. Был йәмәғәтселектең уҡытыусы миссияһын таныуын сағылдыра, тейешле ярҙамды ла, профессиональ үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәрҙе лә гарантиялай.

«Һөнәри оҫталыҡ конкурстары ҙур роль уйнай. Улар көслө, талантлы педагогтарҙы асыҡлап ҡына ҡалмай, ҡыҙыҡлы һәм алдынғы тәжрибәләрҙе таратырға, ғөмүмән, белем биреү сифатын күтәрергә ярҙам итә», — билдәләне Владимир Путин.

Тулыраҡ – Кремль сайтында.



Вернуться назад