Өфө ҡала советы рәйесе итеп йәнә Марат Вәсимов һайланды

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан баш ҡалаһының алтынсы саҡырылыш ҡала советының беренсе ултырышында Өфө ҡала советы рәйесе итеп йәнә Марат Вәсимов һайланды. Был хаҡта «Башинформ»дың махсус хәбәрсеһе хәбәр итә.
Марат Вәсимов Өфө халҡына һәм депутат корпусы буйынса коллегаларына һайлауҙа ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Белешмә
Марат Вәсимов 1964 йылдың 15 майында Балтас районының Яланғас ауылында тыуған. Өфө нефть институтын «Сәнәғәт һәм гражданлыҡ төҙөлөшө» һөнәре буйынса тамамлаған. Хеҙмәт юлын мастер булып башлай һәм төҙөлөш предприятиеһы етәксеһе вазифаһына тиклем үрләй. Хәҙер Өфө ҡалаһының Инвестиция-төҙөлөш комитетының генераль директоры. Компанияның әһәмиәтле объекттары араһында Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәге, «Биатлон» спорт комплексы, Милли йәштәр театры, «Өфө-арена» универсаль спорт аренаһы, «СМАРТ» полилингваль күп профилле мәктәбе, Дим районында 180 урынлыҡ балалар баҡсаһы бар.
Марат Вәсимовтың тармаҡ алдындағы хеҙмәттәре бик күп наградалар һәм маҡтаулы исемдәр менән билдәләнгән.