Туғыҙынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһында бөтәһе 34 комитет эшләйәсәк.

Дәүләт Думаһының рәсми сайты мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй Геройы Денис Чернавин федераль парламентта Оборона комитетына тәғәйенләнде. Алексей Журавлев та унда профилле мәсьәләләр менән шөғөлләнәсәк.
Башҡортостан Башлығының БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Константин Шаһиморатов Именлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса комитет ағзаһы булды. Юлай Ҡыҙрасов Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комитетына инде.
«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының республика филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина Хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитетҡа үтте.
Сангаджи Тарбаев — Мәҙәниәт комитетына, Эльвира Айытҡолова — Мәғариф комитетына, Ирина Панькина һәм Ризван Ҡорбанов — Енәйәт һәм административ ҡануниәт комитетына, Наталья Орлова — Бюджет һәм һалымдар комитетына, Зариф Байғусҡаров — Экология, тәбиғәт ресурстары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау комитетына, Рима Баталова – физик культура һәм спорт комитетына, ә Владимир Сенин финанс баҙары комитетына инде.
IX саҡырылыш Дәүләт Думаһының 20 комитеты рәйесе итеп «Берҙәм Рәсәй» вәкилдәре һайланды, биш комитет рәйесе – КПРФ депутаттары, ә ЛДПР, «Яңы кешеләр» һәм «Ғәҙел Рәсәй» өсәр комитеттың етәкселәре итеп тәғәйенләнде.
Һанлы үҫеш һәм яһалма интеллект буйынса яңы комитет етәксеһе вазифаһына «Берҙәм Рәсәй»ҙең үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе Александр Сидякин раҫланды, ул 2018 йылдан 2021 йылға тиклем Башҡортостан Башлығы хакимиәтенә етәкселек итте.
Дәүләт Думаһы комитеттары рәйестәре урынбаҫарҙары төбәк аҙналығынан һуң пленар ултырышта билдәләнә.