Радий Хәбиров яңы төбәктәрҙең Рәсәйгә ҡушылыу көнө менән ҡотланы

Бөгөн, 30 сентябрҙә, Рәсәйҙә тарихи ваҡиға – Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының, шулай уҡ Запорожье һәм Херсон өлкәләренең Рәсәй Федерацияһына ҡушылыу көнө билдәләнә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын мөһим дата менән ҡотланы.
Башҡортостан ошо йылдар дауамында туғандаш төбәктәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә, тип билдәләне Радий Хәбиров. Луганск Халыҡ Республикаһының шефлыҡҡа алынған Красный Луч ҡалаһы айырыуса иғтибар үҙәгендә тора. Республика Башлығы һүҙҙәренсә, ҡалала күләмле эштәр башҡарылған.
«Ошо йылдар буйына Башҡортостан туғандаш төбәктәрҙә йәшәүселәргә ярҙам күрһәтә. Бергәләп тыныс тормошто тергеҙәбеҙ, яңынан йорттар һәм юлдар төҙөргә, мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын һәм дауаханаларҙы ремонтларға ярҙам итәбеҙ. Беҙҙең шефлыҡтағы территорияла, Красный Луч ҡалаһында, 250-нән ашыу торлаҡ, социаль, инфраструктура объекттарын тәртипкә килтерҙек. Әле лә был эште дауам итәбеҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров Донбассҡа һәм Новороссияға даими рәүештә гуманитар йөк ебәргән республика халҡына, ирекмәндәргә, эшҡыуарҙарға һәм меценаттарға рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.
«Уларға изге эштәре өсөн рәхмәт! Ҡулдарына ҡорал тотоп үҙ бурысын үтәгән яугирҙәребеҙгә тәрән ихтирам белдерәбеҙ», — тине Радий Хәбиров.
