Тейешле бойороҡҡа Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, эштә өлгәшкән уңыштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн БР хөкүмәте аппараты етәксеһе урынбаҫары Михаил Койда һәм «Буринтех» республика ғилми-производство предприятиеһы көйләүсеһе Сергей Петриков Рәсәй президентының маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
«Түбән Таҡыя ҡошсолоҡ фабрикаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең слесарь-операторы Алексей Шамтиевҡа Рәсәй президентының рәхмәт хаты тапшырылды.