Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары – секретариат начальнигы итеп Татьяна Валерьевна Пашкова тәғәйенләнде.

Бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең хакимиәтендә яңы кадрҙар тәғәйенләүҙәре тураһында иғлан итте. Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары – секретариат начальнигы вазифаһын Татьяна Валерьевна Пашкова биләй.
«Барығыҙ ҙа уны беләһегеҙ, ул беҙҙең менән күптән эшләй», — тип үҙенең ҡарарына аңлатма бирҙе Радий Хәбиров.