Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» етәкселеге ултырышында ҡатнашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй»ҙең етәксе органдары ултырышында видео-конференц-бәйләнеш режимында ҡатнашты. Юғары совет һәм Генераль совет бюроһының берлектәге ултырышы һайлау йомғаҡтарына һәм яңы саҡырылыш пландарына арналды.
«Берҙәм Рәсәй» рәйесе, илдең Именлек советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев һүҙҙәренсә, Берҙәм тауыш биреү көнөнөң һуңғы һөҙөмтәләре 25 сентябрҙә билдәле була, әммә «Берҙәм Рәсәй»ҙең 2021 йылғы һөҙөмтәләрен уҙып китеүе көн кеүек асыҡ.
«Иң тәүҙә беҙҙең яҡлыларҙы, һайлаусыларҙы уҙған һайлауҙа партияның тарихи уңыштары менән ҡотлайым. Әлеге ваҡытҡа «Берҙәм Рәсәй» граждандарҙың яҡынса 58 процент тауышын алған. Ә беҙҙең кандидаттар 200-ҙән ашыу бер мандатлы округта еңде, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дмитрий Медведев. — «Берҙәм Рәсәй» үҙенең һөҙөмтәләрен яҡшыртты һәм Дәүләт Думаһында үҙенең буласаҡ фракцияһына конституцион күпселекте тәьмин итте. Әммә иң мөһиме – һайлаусыларҙың ышанысы. Владимир Путин съезда сығыш яһағанда ошо хаҡта һөйләне, ышаныс – үтә мөһим. Беҙ ил Президентының партияһы, йәмғиәтебеҙҙең төп сәйәси көсө булып торабыҙ, һәм бындай статус – ҙур хөрмәт».

Партия рәйесе Дмитрий Медведев әйтеүенсә, партияның маҡсаты үҙгәрешһеҙ ҡала — имен, үҫешкән һәм тотороҡло Рәсәй йәмғиәте. Граждандарҙың тәҡдимдәре нигеҙендә төҙөлгән Халыҡ программаһын тормошҡа ашырыу өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар, тип билдәләне ул. Депутаттар бының өсөн норматив база булдырырға тейеш.
«Беҙ өлгәшелгәндәр менән генә туҡтап ҡалмаясаҡбыҙ, артабан да эшләйәсәкбеҙ. Яңы Халыҡ программаһына 3,5 миллион граждан тәҡдим индергән, күп яңы йөкләмәләр, ҡәтғи отчет биреү һәм ышаныслы кире бәйләнеш системаһы ҡаралған. Бындай механизмдар артабан да үҙ һөҙөмтәһен бирһен өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ», — тине Медведев.